6 декабрь, Шишәмбе

28 май 2015 йыл, 13:12

Башҡорт яҙыусыһы төрки донъяһының бөйөк ҡатын-ҡыҙҙары исемлегенә индерелгән

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева төрки донъяһының бөйөк ҡатын-ҡыҙҙары исемлегенә индерелгән. Төркиә телерадиокомпанияһы әҙибә хаҡында тапшырыу әҙерләй. Төрөк журналистары Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала булды.

Тапшырыуҙы әҙерләүселәргә яҙыусының әҫәрҙәре, шулай уҡ 1942 йылда донъя күргән «Партизан малай» исемле тәүге китабы күрһәтелде. Әҙибәнең 1977 йылда Милли китапхана өсөн ҡалдырған автографы журналистарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге етәксеһе Айгөл Буранғолова төрөк дуҫтарыбыҙға бөйөк милләттәшебеҙҙең ижады тураһында бәйән итте.

ТРТ каналының ижади төркөмө күп илдәрҙә булған. Билдәле һәм арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙар хаҡында тапшырыуҙар циклын Төркиәлә, Кипрҙа, Молдовала, Ҡырғыҙстанда, Ҡаҙағстанда, Төркмәнстанда, Хакасияла, Татарстанда, Ҡырымда, Һиндостанда төшөргәндәр.

— Оҙаҡ йылдар төрки донъяһы, төрки мәҙәниәте, тамырҙарыбыҙ һәм тарихи үткәнебеҙ тураһында тапшырыуҙар әҙерләнек. Әммә ҡатын-ҡыҙҙарҙың яҙмышы аҙ сағылдырылған. Ҡатын-ҡыҙҙың төрки донъялағы һәм йәмғиәттәге урынына һәм роленә арналған тапшырыуҙар циклын төшөрөү идеяһы тыуҙы, — тип һөйләне программаның етәксеһе Рафет Коксал.