Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханы бара

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Бөгөн, 28 майҙа, Башҡортостанда рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыралар. Имтиханда ҡатнашыу өсөн 21953 кеше теркәлгән.

Республикала Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреүҙең 119 пункты асылған.

Рус теле буйынса БДИ һөҙөмтәләре июнь баштарында билдәле буласаҡ.

25 майҙа сығарылыш уҡыусылары география һәм әҙәбиәттән БДИ бирҙе. 1 июндә улар математиканан (база кимәле) һынау тота. Быйыл ошо предмет база һәм профилле кимәлдәргә бүленгән. Һуңғыһын уҡыусылар 4 июндә яҙа.

Математика һәм рус теле — мотлаҡ имтихандар иҫәбендә. Урта белем тураһында аттестат алыу өсөн минималь балл йыйырға кәрәк.

Теги: бди-2015
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть