8 декабрь, Кесе йома

28 май 2015 йыл, 11:39

Өфөлә йәнә «Симфония төнө» концерты ойошторола

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 28 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Шаршамбы, 10 июндә, Өфөлә «Симфония төнө» акцияһы уҙғарыла. Был хаҡта Башҡортостан Милли симфоник оркестрының XXIII ижад миҙгелен ябыу концертында иғлан ителде.

Быйыл асыҡ һауала классик концерт «Башҡортостан» дәүләт концерт залы алдындағы майҙанда ойошторола. Былтырғы миҙгелдә Башҡортостан Милли симфоник оркестры ошо бинаға күсте. Әле байрам программаһы әҙерләнә.

Сәғәт ярымлыҡ концерт киске сәғәт 8-ҙә башлана.

«Башҡортостанда тыуғандар» исеме аҫтындағы open air тәүге тапҡыр 2013 йылдың 5 сентябрендә Конгресс-холл артындағы майҙансыҡта ойошторолдо. Тамашасылар иғтибарына Роберт Юлдашев, Әлфиә Кәримова, Олег Кирәев, Илһам Вәлиев, Артур Нәзиуллин, Сыңғыҙ Ханнанов үҙҙәренең ижадын тәҡдим итте, республиканың Милли симфоник оркестры сығыш яһаны. Программаның художестволы етәксеһе һәм дирижеры — Рөстәм Сөләймәнов.

2014 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы республика Башлығы грантына асыҡ һауала «Симфония төнөн» үткәрҙе. Программаны Линар Дәүләтбаев етәкселегендәге Йәштәр симфоник оркестры әҙерләне. Концертта Артур Ҡәйепҡолов, Ян Лейше, Гөлнара Вәлиева, Иҙел Аралбаев, Дилара Иҙрисова, Шәүрә Сәғитова, Рөстәм Хәмиҙуллин һәм башҡа артистар ҡатнашты.