10 декабрь, Шәмбе

27 май 2015 йыл, 18:51

Башҡорт бәһлеүәне Эльбрус Ниғмәтуллин сираттағы донъя рекордын ҡуйҙы

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡорт бәһлеүәне Эльбрус Ниғмәтуллин донъя рекордын ҡуйҙы — спортсы 30 тонналыҡ йортто урынынан күсерҙе. Бәһлеүән һүҙҙәренсә, был уның карьераһындағы иң ҡатмарлы рекордтарҙың береһе булған.

Планетаның иң көслө кешеләренең береһе, пауэрлифтинг буйынса спорт мастеры Эльбрус Ниғмәтуллин спортсыларҙан тәүгеләрҙән булып 30 тонналыҡ йортто урынынан күсерҙе. Брустан эшләнгән ике ҡатлы коттеджды ул эсендәге йыһаздары менән бергә күсерергә тейеш булған. Ғәҙәти булмаған экспериментты Силәбелә үткәргәндәр, уны ҡарарға иллегә яҡын кеше йыйылған.

Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге даими вәкиллегенән хәбәр итеүҙәренсә, бәһлеүән бер нисә минутта коттеджды өс метрға күсергән. Һуңғараҡ әйтеүенсә, был донъя рекорды уға бик ауыр бирелгән. Үҙенең уңышын спортсы Балаларҙы яҡлау көнөнә арнаған.

Эльбрус Ниғмәтуллин даими рәүештә ғәҙәти булмаған донъя рекордтары ҡуя. Былтыр ул Силәбенең М. Горький исемендәге паркында  34 тонналыҡ күҙәтеү ҡуласаһын әйләндергәйне, быйыл мартта 700 килограмм ауырлыҡтағы дөйәне күтәрҙе.