Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

23 ғинуар, Дүшәмбе

Уфа   °

Төбәктә «Кәкүк сәйе» этнофестивале ойошторола

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

30 майҙа «Павловка паркы» үҙәгендә «Кәкүк сәйе» этнофестивале ойошторола, тип хәбәр итә республиканың Туризм үҙәге. «Кәкүк сәйе» — май айында билдәләнгән йола байрамы.

Байрам ҡунаҡтары «Кәкүк карнавалы»нда, сәй күргәҙмә-йәрминкәһендә, шифалы үләндәр буйынса белгес Гордеевтың «Кәкүк сәйе — рецепт һәм ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлеге» семинарында ҡатнаша ала. Бынан тыш, «Иң яҡшы башҡорт сәйе рецебы», «Иң яҡшы кәкүк бейеүе», «Иң яҡшы кәкүк йыры», «Иң яҡшы кәкүк костюмы» конкурстары уҙғарыла. Балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, фольклор коллективтарының концерты, театрлаштырылған тамашалар, Оҫталар ҡалаһы, этнодискотека ойоштороласаҡ.  

Фестиваль көндөҙгө сәғәт 12-лә асыла. Байрам киске 6-ға тиклем дауам итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть