Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда төрки донъяһын тикшереү халыҡ-ара симпозиумы уҙғарыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостанда төрки донъяһын тикшереү халыҡ-ара симпозиумы уҙғарыла. Өсөнсө фәнни-мәғариф форумы 2016 йылдың майында М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында була.

Быйыл симпозиум делегаттарын Алматы ҡалаһы ҡабул итте. Унда ҡатнашыу өсөн Ҡаҙағстанға Төркиә, Азербайжан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Рәсәй, Италия, АҠШ, Ҡытай, Корея, Нидерландтар, Сербия һәм башҡа илдәрҙән 500-ҙән ашыу ғалим килде. Башҡортостандан ғилми эшмәкәрҙәр, магистранттар, БДПУ-ның фәнни эштәр буйынса проректоры Гөлназ Шафиҡова етәкселегендә башҡорт филологияһы студенттары барҙы.

Күләмле сараның маҡсаты — төркиҙәрҙең мәҙәни һәм рухи ҡиммәттәрен тикшереү, үҫтереү һәм популярлаштырыу.

Беренсе төрки донъяһын тикшереү халыҡ-ара симпозиумы былтыр яҙ Төркиәнең Нийде ҡалаһында ойошторолдо. Проект Төркиәнең Нийде университеты, Ҡаҙағстандың дәүләт ҡатын-ҡыҙҙар педагогия университеты һәм Башҡорт дәүләт педагогия университеты араһындағы килешеү нигеҙендә ғәмәлгә ашырыла, тип аңлатма бирҙеләр БДПУ-ның матбуғат үҙәгендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть