10 декабрь, Шәмбе

27 май 2015 йыл, 17:16

«Росгосстрах»тың лицензияһын сикләүгә бәйле республикала ОСАГО баҙарына зыян килмәйәсәк — эксперт

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. «Росгосстрах» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ОСАГО буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә лицензияһын сикләүгә бәйле республика баҙарында көсөргәнешлектең артыуы ихтимал. Шуға ҡарамаҫтан, ОСАГО килешеүҙәре бланктарын башҡа страховка компанияларына биреү лимитының артыуы һөҙөмтәһендә  хәл тотороҡлана. Шулай тип иҫәпләй «Страховой эксперт» гәзитенең баш мөхәррире, әлегә тиклем Башҡортостандың Страховкалаусылар союзын етәкләгән Булат Хөснуллин.

— Лицензияны сикләү арҡаһында «автогражданка»ла проблемалар булмаҫмы? ОСАГО баҙарында «Росгосстрах»тың ролен нисек баһалайһығыҙ?

—  «Росгосстрах», һис шикһеҙ, төп урынды биләй, уның өлөшө — яҡынса 60-70 процент. Етди проблемалар буласаҡмы? Улай тип уйламайым. «Росгосстрах»тан тыш, төбәктә федераль страховка компанияларының филиалдары һәм бер республика страховкалаусыһы иҫәпләнә, уларҙың да ОСАГО буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә лицензияһы бар. Бланктар мәсьәләһен хәл итергә кәрәк, Рәсәй банкы ошо һорау менән Рәсәйҙең Автостраховкалаусылар союзына мөрәжәғәт итте лә инде. Конкурентлы страховка ойошмаларына бланктар лимитын арттырыу мәсьәләһе тиҙ арала хәл ителер тип ышанам.

— Тимәк, хәүефләнергә сәбәп юҡ?

— Бер йыл элек хәл ҡатмарлыраҡ ине. Ул ваҡытта страховкалаусылар тарифтарҙың артыуын көттө һәм ваҡытты һуҙҙы. Былтыр яҙ полистар эшләү менән проблема булды. Бөтә ерҙә лә хоҡуҡ боҙоуҙар теркәлде. Шул ваҡыттан алып күп нәмә үҙгәрҙе. Тарифтар һиҙелерлек артты, ОСАГО төшөмлө эшкә әйләнде. Элек полис 3-4 мең һум торһа, хәҙер уның уртаса хаҡы 10 меңгә етеп килә. Страховкалаусылар ҡыҙыҡһына башланы, шуға күрә баҙарҙа һорау ҙур буласаҡ.

Рәсәй банкы «Росгосстрах» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең ОСАГО буйынса хеҙмәттәр күрһәтеүгә лицензияһын сикләне. Үҙәк банктың белдереүендә ойошманың автомобиль хужаларына законлы ташламалар бирмәүе, ОСАГО килешеүен төҙөүҙән нигеҙһеҙ баш тартыуы, өҫтәмә хеҙмәттәр тәҡдим итеүе кеүек хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланған тип билдәләнә.