Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Төбәктә Берҙәм дәүләт-шәхси партнерлыҡ үҙәге булдырыла

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

Башҡортостанда Берҙәм дәүләт-шәхси партнерлыҡ үҙәген асыу буйынса эштәр бара. Был хаҡта Эшҡыуарлыҡ аҙналығы сиктәрендә үткән түңәрәк өҫтәлдә республика Дәүләт Йыйылышы депутаты Рөстәм Мосабиров хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, яңы институтты булдырыу өҫтөндә Иҡтисади үҫеш министрлығы һәм Үҫеш корпорацияһы менән берлектә депутат корпусы эшләй.

«Дәүләт-шәхси партнерлыҡ — бик ҡатмарлы. Был мөнәсәбәттәрҙе ҡороу, ғәмәлгә ашырыу ауыр, шуға күрә илебеҙҙә бындай миҫалдар күп түгел. Ошо өлкәлә белгестәр кәрәк. Ҡайһы бер төбәктәр һәр министрлыҡта бының менән шөғөлләнеүсе бүлектәр аса. Әммә был 8-10 команда. Бер команда булдырған төбәктәр ҙә бар. Ул бөтә ведомстволар өсөн дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекттарын әҙерләй», — тип һөйләне Рөстәм Мосабиров.

Уның фекеренсә, Башҡортостан өсөн икенсе үҫеш варианты ҡулай: «Министрлыҡтарҙың эштәрен ҡабул итеүсе бер команда кәрәк. Эштәрҙе ҡарағандан һуң, улар әҙер дәүләт шәхси-партнерлыҡ концепцияһы булараҡ ведомстволарға кире ҡайтарыласаҡ. Артабан министрлыҡтар уны хөкүмәт комиссияһына тәҡдим итә ала».

Депутат һүҙҙәренсә, үҙәк төбәктәге үҫеш институттарының береһендә булдырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть