11 декабрь, Йәкшәмбе

27 май 2015 йыл, 14:51

Башҡортостандың киң мәғлүмәт саралары Ҡазанда төрки донъяһы журналистарының II съезында ҡатнаша

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 26 майҙан 29-на тиклем Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазанда төрки донъяһы журналистарының II съезы уҙғарыла. Унда республикабыҙҙан «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире Гөлназ Ҡотоева, мөхәррир Гөлнара Хәлфетдинова һәм «Юлдаш» радиоһы журналисы Зөһрә Арсаева ҡатнаша.

Сара сиктәрендә төрки донъяһы илдәрендә киң мәғлүмәт сараларының роленә арналған түңәрәк өҫтәлдәр һәм семинарҙар, съезда ҡатнашыусылар һәм Татарстандың киң мәғлүмәт саралары араһында тәжрибә алмашыу ойошторолған. Съезда Төркиә, Азербайжан, Рәсәй, Төркмәнстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан, Ҡырғыҙстан, Ираҡ, Сирия, Молдова илдәренән 100-ҙән ашыу делегат ҡатнаша. Европа илдәренән — Румыния, Болгария, Германия, Венгрия, Бөйөк Британия, Франция, хатта АҠШ-тан медиа-төркөмдәр килгән.

«Башҡортостан ҡыҙы» журналы үҙенең презентацияһын тәҡдим иткән. «Беҙҙең экспозиция иң матуры ине, баҫма менән ҡыҙыҡһыныусылар күп булды. Уларға дизайн да, йөкмәтке лә оҡшаны. Журналыбыҙ башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына һәм төрки донъяһы вәкилдәренә арналған, быйылдан башлап Көнсығыштың бөйөк ҡатындары хаҡында яңы рубрика асылды. Шулай уҡ сәйәхәттәр һәм төрлө илдәр тураһында мәҡәләләр яҙабыҙ», — тип хәбәр итте Гөлнара Хәлфетдинова.

Сараны ойоштороусы булып Төрки донъяһы журналистарының бөтә донъя федерацияһы сығыш яһай. Бынан алдағы съезд былтыр Төркиәнең Эскешәһәр ҡалаһында ойошторолдо.