Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә 12 автобус маршруттары ваҡытлыса үҙгәртелә һәм 19-сы троллейбус хәрәкәте туҡтатыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/.

Баш ҡаланың Мәжит Ғафури урамында ШОС һәм БРИКС саммиттары журналистары өсөн матбуғат үҙәге төҙөлөүгә бәйле 12 автобус маршруттарының хәрәкәте үҙгәртелә һәм 19-сы троллейбус хәрәкәте ябыла, тип хәбәр итә Өфө хакимиәте.

28 майҙан 11 июлгә тиклем Зәки Вәлиди урамында Аксаков урамы киҫелешенән алып һәм Ғафури урамында Пушкин урамы киҫелешенә тиклем хәрәкәт ябыла. Зәки Вәлиди урамында 19-сы троллейбус хәрәкәте ваҡытлыса туҡтатыла.

6-сы, 59э, 75с, 202-се, 228-се, 242-се, 249-сы, 255-се, 256-сы, 262к, 266-сы, 290-сы маршруттар буйынса йөрөгән автобустарҙың да хәрәкәте үҙгәрә.

Туҡталыш урындары хаҡында мәғлүмәт Өфө мэрияһының сайтында баҫылған.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 8 июлдән 11-нә тиклем баш ҡалала ШОС һәм БРИКС саммиттары уҙғарыла. Конгресс-холл эргәһендәге матбуғат үҙәгендә тәүлек әйләнәһенә донъяның төрлө илдәренән биш меңгә яҡын журналист эшләйәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть