Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡорт ҡумыҙсыһы Ҡаҙағстанда халыҡ-ара фестивалдә сығыш яһай

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Билдәле виртуоз ҡумыҙсы, Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов «Быуаттар ауазы» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнаша. Сара 12 июндән 16-на тиклем Ҡаҙағстандың Кокшетау ҡалаһында уҙғарыла. Музыкант күренекле ҡаҙаҡ композиторы Едиль Хөсәйеновтың саҡырыуы буйынса сығыш яһай. Миңлеғәфүр Зәйнетдинов «Салауат маршы», «Порт-Артур», «Байыҡ», «Перовский» кеүек халыҡ көйҙәрен, «Сал быуаттар ауазы», «Башҡортостан иртәһе» импровизацияларын башҡарасаҡ.

«Кокшетауҙағы ижади осрашыу ҡатнашыусыларға үҙ халҡының мәҙәниәтен, сәнғәтен һәм традицияларын күрһәтеү мөмкинлеген биреп кенә ҡалмай, шулай уҡ Ҡаҙағстан-Рәсәй мөнәсәбәттәрен нығытыуға, балаларға һәм йәштәргә гүзәл тәрбиә биреүҙе камиллаштырырға ярҙам итәсәк», — тип билдәләне Башҡорт дәүләт филармонияһының матбуғат секретары Лиана Сөләймәнова.

Сарала донъя кимәлендәге 14 фольклор ансамбле һәм музыканттар ҡатнаша.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть