10 декабрь, Шәмбе

27 май 2015 йыл, 10:40

Рөстәм Хәмитов: «Башҡортостанда дүртенсе йыл рәттән эш әүҙемлеге күрһәткестәре яҡшыра»

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 26 майҙа Республика йортонда Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса йәмәғәт советы ултырышын үткәрҙе.

— Башҡортостанда дүртенсе йыл рәттән эш әүҙемлеге күрһәткестәре яҡшыра. Ошо ваҡыт эсендә төп капиталға инвестициялар күләме 30,5 процентҡа, шул иҫәптән былтыр 4,1 процентҡа артҡан. Шуныһы ҡыуаныслы: ағымдағы йылдың беренсе кварталында уҙған йылдың шул осорона ҡарата үҫеш 9 процент тәшкил итә, — тине республика етәксеһе.

Рөстәм Хәмитов һүҙҙәренсә, төбәктә инвестиция мөхитен яҡшыртыу өсөн муниципаль кимәлдәге эште ойоштороуҙы яңынан ҡарарға кәрәк. Ошо маҡсатта республика Хөкүмәте эшҡыуарҙар ойошмалары менән берлектә Муниципаль берәмектә уңайлы инвестиция мөхитен тәьмин итеү буйынса урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлеге стандарты проектын әҙерләгән. Яҡын арала проект раҫланасаҡ.

Рөстәм Хәмитов инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса мөһим бурыстарҙы билдәләне — индустриаль парктар төҙөү, кластерҙар булдырыу һәм уларҙы үҫтереү, шул иҫәптән импортты алмаштырыу сәйәсәте сиктәрендә, шулай уҡ кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү.

— Ябай булмаған иҡтисади шарттарҙа республиканың инвестиция үҫеше стратегияһы ла үҙгәрештәр кисерә. Шуның менән бергә Башҡортостан Хөкүмәте инвесторҙар өсөн бюджет стимулдары, дәүләт өҫтөнлөктәрен биреү гарантиялары, льготалы һалым һалыу мөмкинлектәренән баш тартырға йыйынмай. Әммә быйылдан башлап төп эш ойошторолған проекттарға өҫтәмә капитал һалыуға бәйле буласаҡ, — тип хәбәр итте төбәк Башлығы. — Рәсәйҙең иң эре банктары менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған.

Рөстәм Хәмитов, шәхси инвесторҙарҙың хәүефен кәметеү өсөн эшҡыуарлыҡ менән берлектәге йәмәғәт инфраструктураһы объекттарын төҙөү буйынса эште киңәйтергә кәрәк, тип билдәләне. Дәүләт-шәхси партнерлыҡ һәм концессия килешеүҙәре тәжрибәһе республика һәм муниципаль кимәлдә  файҙаланылырға тейеш. Бының өсөн республикала Инвестиция фонды булдырылған. Дөйөм күләме — 300 миллион һум. Транспорт, тирә-йүнде һаҡлау һәм спорт өлкәһендә яҡынса 50 миллиард һумлыҡ биш проект хупланған да инде.

Ултырыш барышында Башҡортостан Башлығы республика Хөкүмәтенең иҡтисад бүлегенә бер аҙнала ғәмәлдәге һәм потенциаль инвесторҙарға, башҡарма власть органдарына һәм муниципалитет етәкселәренә Инвестиция мөрәжәғәтен әҙерләп, баҫтырып сығарырға ҡушты.

Ултырышта дәүләт-шәхси партнерлыҡ механизмдарын мәғариф өлкәһендә ҡулланыу мәсьәләләре тикшерелде.

Сығыштың тулы стенограммаһы республика Башлығының рәсми сайтында бирелгән.