11 декабрь, Йәкшәмбе

26 май 2015 йыл, 18:02

«Башҡортостан» киностудияһының фильмын Польша, Бразилия һәм Италия тамашасылары ҡараясаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Режиссер Рим Шәрәфетдиновтың «Башҡортостан» киностудияһында төшөрөлгән анимациялы фильмын Польша, Бразилия һәм Италия тамашасылары ҡараясаҡ.

Донъялағы абруйлы фестивалдәрҙең береһе — Бразилиялағы анимация фестиваленең конкурс программаһына 10 Рәсәй фильмы, шул иҫәптән Рим Шәрәфетдиновтың «SUPER 8» эше инде. Был фильм «ANIMATOR» халыҡ-ара анимация фильмы фестивалендә (Польша) һәм «Future Film festival 2015» кинофестивалендә (Италия) ҡатнаша, тип хәбәр итте «Башҡортостан» киностудияһы мөхәррире Сәлимә Батисова.

Режиссерҙың «Ни пуха, ни пера» йәнһүрәте 37-се Мәскәү халыҡ-ара кинофестивале сиктәрендә үтәсәк Рәсәй фильмдары программаһына индерелгән.

Рим Шәрәфетдиновтың фильмдары үҙенсәлекле булыуы менән айырылып тора. Уның «Ҡыйыу йөрәк», «Алдар һәм һоро бүре», «Ел һуҡҡан яҡ» һәм башҡа таҫмалары күптән кескәйҙәрҙең һәм өлкәндәрҙең күңелен яулаған, төрлө халыҡ-ара кинофестивалдәрҙә ҡатнашып, призлы урындарға лайыҡ булған.