Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығы министрының яңы урынбаҫарын тәғәйенләне

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Юрий Лысовты республиканың ауыл хужалығы министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне. Төбәк Хөкүмәте сайтында хәбәр ителеүенсә, ул эшкәртеү сәнәғәте, дәүләт унитар предприятиелары һәм ауыл биләмәләре өсөн яуаплы буласаҡ.

Быға тиклем ошо вазифаны йыл башында үҙ теләге менән эштән киткән Рәфит Йәғәфәров биләне, тип аңлатма бирҙеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында.

Юрий Лысов 1974 йылдың 19 ноябрендә Краснодар крайында тыуған.

1997 йылда Өфө дәүләт авиация техник университетын тамамлаған.

1997-2001 йылдарҙа — «Башҡортостан икмәк продукттары» дәүләт унитар предприятиеһында технологик ҡорамалдарҙы ремонтлау буйынса инженер.

2001-2004 йылдарҙа — «Өфө икмәк продукттары комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәксеһе.

2004-2011 йылдарҙа — «Өфө икмәк продукттары комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры урынбаҫары, етештереү буйынса директор, башҡарма директор.

2011-2012 йылдарҙа — «Урал–Волга буйы агросәнәғәт төркөмө» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең генераль директоры.

2012 йылдан әлегә тиклем «Башҡортостан» ҡошсолоҡ фабрикаһы асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең башҡарма директоры була.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть