3 декабрь, Шәмбе

26 май 2015 йыл, 14:40

Өфөлә ЮХХДИ-ның яңы етәксеһе тәғәйенләнде

фото: ҡала хакимиәте сайтынан

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Шишәмбе Өфө хакимиәтендәге сираттағы оператив кәңәшмәлә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығы ЮХХДИ бүлегенең яңы етәксеһе билдәле булды. Был вазифаны полиция подполковнигы Илнур Садиҡов биләйәсәк.

Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Илнур Садиҡов 20 йыл эске эштәр органдарында эшләй. Хеҙмәт юлын юл-патруль хеҙмәте инспекторы булып башлай. Әлеге вазифаға тәғәйенләнгәнсе Эске эштәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса ЮХХДИ идаралығының юл инспекцияһы бүлеген техник күҙәтеү, хәрәкәтте һәм техник күҙәтеүҙе ойоштороу бүлексәһе начальнигы — бүлек начальнигы урынбаҫары булып эшләгән.