Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

21 август, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала республиканың Яҙғы эшҡыуарлыҡ аҙналығы асылды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

26 майҙа Өфөлә Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ аҙналығы асылды. Төп саралар «Аҡбуҙат» ипподромында ойошторола.

Республиканың бизнес-берләшмә, дәүләт власы органдары, йәмәғәт берекмәләре һәм ойошмалары вәкилдәре, шулай уҡ эшҡыуарлыҡ өлкәһендә билдәле эксперттар бергә йыйылды.

«Беҙ төбәктә Эшҡыуарлыҡ аҙналығын үткәреү традицияһын тергеҙҙек. Дөйөм көс менән бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың төп проблемаларын асыҡларға тырышасаҡбыҙ. Ошо йәһәттән аҙналыҡта файҙалы аралашыу һәм тәжрибә алмашыу өсөн шарттар булдырылған», — тине республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов форумды асҡанда.

Форумдың пленар өлөшөнән тыш, аҙналыҡтың беренсе көнөндә күп саралар уҙғарыла. «Галстукһыҙ» форматындағы сессияла бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫешенең мөһим мәсьәләләре тикшереләсәк. Эшҡыуарҙар эксперттарға, дәүләт власы вәкилдәренә, республиканың ҙур предприятиелары етәкселәренә, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренә һорауҙар бирә ала. Бөгөн үк «Субконтрактация биржаһы» ойошторола. Уның эшендә төбәктең ҙур сәнәғәт предприятиелары ҡатнаша.

Башҡа көндәрҙә Эшҡыуарлыҡ аҙналығында ҡатнашыусылар өсөн семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр һәм презентациялар үткәрелә. Форум 28 майға тиклем дауам итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть