Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Үҙәк банктың юбилейы уңайынан ҡиммәтле тәңкәләр әйләнешкә сыҡты

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Рәсәй банкының 155 йыллыҡ юбилейы уңайынан ҡиммәтле металдан яһалған ике төрлө иҫтәлекле тәңкә әйләнешкә сыҡты, тип хәбәр итә Үҙәк банктың матбуғат хеҙмәте.

Өс һумлыҡ тәңкә 925 келәймәле көмөштән яһалған, диаметры — 39 миллиметр, саф ауырлығы — 31,1 грамм. 1000 һумлыҡ тәңкәнең диаметры — 50 миллиметр, 999 келәймәле алтындан һуғылған, ҡиммәтле металдың саф ауырлығы — 155,5 грамм.

Көмөш тәңкәлә Мәскәүҙәге Рәсәй банкы фасадының бер өлөшө, уның өҫтөндә тәңкә рәүешендә символик сәғәт төшөрөлгән. Алтын тәңкәлә Санкт-Петербургтағы Дәүләт банкының Үҙәк идаралығы бинаһының фасады (1860-1918), өҫтәрәк тәңкәләрҙән символик сәғәт һүрәтләнгән.  

Тәңкәләр «пруф» сифатында яһалған. Көмөш тәңкәләр — 10 мең, алтындары 155 данала сығарылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть