10 декабрь, Шәмбе

26 май 2015 йыл, 12:05

Өфөлә башҡорт халыҡ әкиәттәре китабы донъя күрҙе

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Өфөнөң «Инеш» нәшриәтендә «Ерәнсәнең 40 әкиәте» тигән яңы китап донъя күрҙе. Был — «Башҡорт коллекцияһы» серияһының өсөнсө китабы. Тәүге икәүһе —  «ХХ быуат башы открыткаларында Өфө һәм Башҡортостан» һәм «Башҡорт сәнғәте. Традицион художестволы кәсептәр» — 2007 йылда баҫылып сыҡҡайны.

Нәшриәттән хәбәр итеүҙәренсә, «Ерәнсәнең 40 әкиәте» китабы 488 биттән тора, уны рәссам Диана Фәхрисламова матур һүрәттәр менән биҙәгән. Башҡортса әкиәттәрҙе руссаға талантлы әҙип Илгиз Кәримов тәржемә иткән. Китаптың рецензенты — филология фәндәре докторы, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы профессоры Әхмәт Сөләймәнов.