9 декабрь, Йома

26 май 2015 йыл, 11:12

Башҡортостан телевидениеһы проекты тәүге тапҡыр федераль канал эфиры өсөн һатып алынды

фото: Олег Яровиков | видео: Мирон Доровских

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Кисә «Пятница» күңел асыу телеканалында Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Ҙур сумаҙан. Йырсы-шағир менән акустик сәйәхәт» проектының премьераһы булды. Сәйәхәт тураһында популяр тапшырыуҙы май — июнь айҙарында эш көндәрендә киске сәғәт 5-се 10 минутта ҡарарға була.

«Пятница» телеканалы 20 серияны күрһәтергә хоҡуҡ алды. Тәүгеләрҙән булып Ғәрәп Әмирлектәрендә, Шардж ҡалаһында төшөрөлгән тапшырыу эфирға сыҡты.

«Беҙ ҡалалар һәм илдәр буйлап сәйәхәт итәбеҙ, ошо илдәргә хас тауыштар аша тамашасыларға улар хаҡында һөйләйбеҙ. Мин урындағы халыҡтың бер йырын өйрәнеп, уны кеше күп йөрөгән ерҙә башҡарып, йыйған аҡсаға киске аш һатып алырға тейеш», — тип аңлатма бирҙе Руслан Фаршатов.

Ижади төркөм алып барыусы Руслан Фаршатовтан тыш, «Тамыр» телерадиостудияһының баш режиссеры Рөстәм Аҙнабаев, ҡуйыусы-оператор Айҙар Шәрипов, оператор һәм монтажлаусы Әлмира Ахунованан тора. Төркөмдөң сәфәре ҡабул итеүсе илдәр иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Тапшырыуҙың һәр сығарылышы өсөн ҙур әҙерлек эштәре башҡарыла, ҡайһы берҙә теге йәки был илдең туризм буйынса департаментынан ыңғай ҡарарҙы йылға яҡын көтөргә тура килә.

«Ҙур сумаҙан» проекты — Ҡазанда үткән «ТЭФИ-Төбәк» Бөтә Рәсәй телевизион бәйгеһендә «Идеялар питчингы» конкурсы, «Евразия тауышы» Бөтә Рәсәй телефестивалендә «Иң яҡшы алып барыусы эше» номинацияһы еңеүсеһе, «Минең планетам» сәйәхәттәр өлкәһендәге асыштар өсөн милли премияның финалсыһы. 2013 йылда тапшырыу «Иң яҡшы күңел асыу программаһы» номинацияһында «ТЭФИ-Төбәк» премияһына лайыҡ булды.