8 декабрь, Кесе йома

26 май 2015 йыл, 10:10

Рөстәм Хәмитов Өфөнөң «Нефтсе» стадионын төҙөкләндереү барышын тикшерҙе

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 26 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 25 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Нефтсе» стадионын төҙөкләндереү барышын тикшерҙе.

Яңы спорт үҙәгендә төп һәм запас майҙандар, дүрт күнекмәләр майҙансығы, 15 мең урынлыҡ тамашасылар трибунаһы, фитнес үҙәге, еңел атлетика менән шөғөлләнеү өсөн залдар һәм административ-көнкүреш корпусы буласаҡ.

Стадионды реконструкциялау 2012 йылда башланған. Проекттың хаҡы 770 миллион һум тәшкил иткән. Хәҙерге көндә объектта биләмәне төҙөкләндереү һәм биналарҙы биҙәү эштәре тамамлана.

Рөстәм Хәмитов уйынсыларҙың кейем алмаштырыу бүлмәләрен, матбуғат үҙәген, тамашасылар трибунаһын ҡараны, төҙөлөш эштәренең сифаты тейешле кимәлдә түгеллеген билдәләне.

– Бының өсөн әллә күпме аҡса бүленгән. Эшләгәс, 50 йылға етерлек итеп эшләргә кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов.

Башҡортостан Башлығы проектлаусыларҙы йәлеп итеп, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә асыҡланған етешһеҙлектәрҙе бөтөрөргә ҡушты. Атап әйткәндә, төбәк етәксеһе тамашасылар трибунаһы аҫтындағы урындың йыйыштырыу өсөн уңайһыҙ булыуын билдәләне.

– Бында һәр ваҡыт таҙалыҡ һәм тәртип булырға тейеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.

2014/2015 йылдар миҙгелендә Өфө футболсылары Пермдә, Саранскиҙа һәм Санкт-Петербургта уйындар уҙғара. Яңы майҙандағы тәүге матчын «Өфө» футбол клубы быйыл август айында уҙғарырға ниәтләнә.