11 декабрь, Йәкшәмбе

25 май 2015 йыл, 18:33

30 майҙа Башҡортостанда һабантуйҙар башлана

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡортостанда һабантуйҙар үткәреү ваҡыты билдәләнде. График республика Башлығы указы менән раҫланған. Документ менән республиканың Ауыл хужалығы министрлығы сайтында танышырға мөмкин.

30 майҙа байрам Стәрлетамаҡ, Салауат, Әлшәй, Ҡырмыҫҡалы һәм Күгәрсен райондарында, 6 июндә барлыҡ муниципалитеттарҙа тиерлек ойошторола. Өфөлә һабантуй 12 июнгә билдәләнгән.

темалар: һабантуй