9 декабрь, Йома

25 май 2015 йыл, 18:14

Төбәккә һөт етештереү өсөн федераль бюджеттан 308,8 миллион һум субсидия бүленәсәк

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Башҡортостан һөт етештереүҙе арттырыуға 308,8 миллион һум күләмендә субсидия аласаҡ. Субсидиялар һөт етештереүселәргә тәғәйенләнгән. Рәсәй Хөкүмәтенең тейешле бойороғо уның рәсми сайтында баҫылған.

2015 йылға аҡса «2013 – 2020 йылдарға иҫәпләнгән ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал, аҙыҡ-түлек баҙарҙарын көйләү» дәүләт программаһы сиктәрендә бүленә.

Дөйөм алғанда, ил буйынса Рәсәйҙең 83 төбәге 6,2 миллиард һумлыҡ субсидия аласаҡ. Иң ҙур күләмдәге субсидия Башҡортостандан тыш, Краснодар крайы (396,9 миллион һум) һәм Татарстан (313,1 миллион) өсөн билдәләнгән. Аҡса 2012 йылда Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән раҫланған ҡағиҙәләргә ярашлы бүленә.

Республика Ауыл хужалығы министрлығында аңлатыуҙарынса, бындай субсидиялар 2009 йылдан түләнә, улар һыйыр, быйылдан башлап кәзә һөтө етештергән ауыл хужалығы предприятиелары һәм фермер хужалыҡтары өсөн тәғәйенләнгән. Былтыр төбәктә 1 миллион 773 мең тонна һөт етештерелгән, был, 2013 йыл менән сағыштырғанда, 3,6 процентҡа күберәк.