6 декабрь, Шишәмбе

25 май 2015 йыл, 16:32

Республика хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү өсөн федераль бюджеттан 403 миллион һумдан ашыу аласаҡ

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметеү өсөн федераль бюджеттан 403,832 миллион һумдан ашыу аласаҡ. 2015 йылға өҫтәмә саралар программаһы республика Хөкүмәте тарафынан раҫланған һәм рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылған.

Дәүләт программаһы финанс тәьминәтенең дөйөм күләме 425 миллион һумдан артып китә, шул иҫәптән республика бюджеты аҡсалары иҫәбенә — 21 миллион 259 мең һум.

Төбәктә ваҡытлыса мәшғүллекте ойоштороуға 193 миллион һум ҡаралған. Аҡса эштән бушатылыу хәүефе янаған хеҙмәткәрҙәрҙе, шулай уҡ эш эҙләүсе граждандарҙы ваҡытлыса эшкә урынлаштырыу планлаштырылған 12 алдынғы предприятие араһында бүленәсәк. Улар «Ағиҙел» башҡорт художество кәсептәре, Белорет металлургия комбинаты, «Искож» асыҡ акционерҙар йәмғиәте һәм башҡа предприятиелар.

Дөйөм алғанда, көрсөккә ҡаршы кадрҙар программаһын ғәмәлгә ашырыу 3200 ваҡытлыса эш урыны булдырыуҙы, 300 инвалид өсөн эш урынын һаҡлап ҡалыуҙы, шәхси агентлыҡтар ярҙамында 120 гражданды эш менән тәьмин итеүҙе күҙ уңында тота.

Программаны тормошҡа ашырыу республикала эшһеҙлекте кәметергә мөмкинлек бирәсәк, уның кимәле 1,4 проценттан ашмаҫҡа тейеш.