9 декабрь, Йома

25 май 2015 йыл, 15:36

Фәйзи Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле ҡарамағындағы студия йәш һәләттәрҙе көтә

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡарамағындағы балалар студияһы йәш һәләттәрҙе студияла шөғөлләнергә саҡыра. Беренсе тур 5 июндә киске сәғәт 6-нан 8-гә тиклем, икенсеһе 28 августа ошо уҡ ваҡытта була. Биш йәштән 12 йәшкәсә балалар ҡатнаша ала.

Белешмә өсөн телефондар: 276-34-89, 276-18-19.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡарамағындағы балалар бейеү коллективы 2008 йылда ойошторолған. Ул республика һәм Рәсәй күләмендәге сараларҙа ҡатнашып, бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурс лауреаттары исеменә лайыҡ булған. Студияла биш йәштән 17 йәшкәсә 200-ҙән ашыу бала шөғөлләнә. Дәрестәрҙе артистар һәм ансамбль ветерандары алып бара. Коллектив 40-тан ашыу төрлө бейеүҙәр башҡара.