8 декабрь, Кесе йома

25 май 2015 йыл, 14:51

Өфөлә мини-футбол буйынса донъя чемпионаты башлана

фото: Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә мини-футбол буйынса донъя чемпионаты башлана. 26-27 майҙа Өфө дәүләт нефть техник университетының асыҡ майҙансыҡтарында баш ҡала вуздарының сит ил студенттары ҡатнашлығында турнир уҙғарыла.

Унда Ангола, Вьетнам, ғәрәп илдәре, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Төркмәнстан, Үзбәкстан командалары һәм Африка, БДПУ, БДМУ, Өфө дәүләт авиация техник университеттарының йыйылма командалары ҡатнаша.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, сарала донъяның 30 иленән 500-ҙән ашыу студенттың ҡатнашыуы күҙаллана.

Етенсе тапҡыр уҙғарылған турнирҙың маҡсаты — сит ил студенттарының социаль яраҡлашыуы, төрлө милләтле йәштәр араһында дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе нығытыу.

Төрлө йылдарҙа Вьетнам, Көньяҡ Африка, Африка, Тажикстан һәм Ҡаҙағстандың йыйылма командалары чемпион исеменә лайыҡ булды.

Быйыл БДПУ, БДМУ, Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм Башҡорт дәүләт университетының сит ил студенттары чемпионатта тәүге тапҡыр ҡатнашасаҡ, тип аңлатма бирҙеләр Өфө нефть университетының матбуғат үҙәгендә.