Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.85 ↓

EUR 61.20 ↑

22 февраль, Шаршамбы

Уфа   °

Төбәктә 3600-ҙән ашыу уҡыусы теләк буйынса беренсе Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостанда 3600-ҙән ашыу уҡыусы теләк буйынса беренсе Берҙәм дәүләт имтиханын тапшыра. Дүшәмбе, 25 майҙа, сығарылыш уҡыусылары әҙәбиәт һәм географиянан һынау тота. Республиканың Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2191 кеше — география һәм 1456-һы әҙәбиәт буйынса Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыуға ғариза биргән.

Башҡортостан Мәғариф министрлығының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һәм белем сифатын баһалау бүлеге етәксеһе Жанна Миникеева әйтеүенсә, аныҡ һандар имтихандан һуң ғына билдәле буласаҡ. Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыуға ғариза биргән бөтә уҡыусылар ҙа имтиханға килмәй.

Быйыл республикала Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырыу өсөн 22,5 мең кеше теркәлгән. Былтыр ошо күрһәткес 23,5 меңдән ашыу тәшкил иткән. Имтихан биреү өсөн 119 пункт булдырылған, шуларҙың 117-һе — дөйөм белем биреү мәктәбендә, икәүһе — өйҙә һәм холоҡ төҙәтеү колонияһы биләмәһендә.  

Кесаҙна, 28 майҙа, мотлаҡ рәүештә рус теленән имтихан була.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть