Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

Бүздәк районында теплица комплексының икенсе сиратын сафҡа индереү 2017 йылға билдәләнгән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Бүздәк районына эш сәфәре барышында фермер Фәвил Хәбибрахмановтың «Бүздәк» теплица комплексында булды. 2017 йылда икенсе сираты сафҡа индерелгәс, хужалыҡтың етештереү майҙандары 12 гектарға тиклем еткереләсәк, йылына туғыҙ мең тонна йәшелсә үҫтереләсәк. Шуның менән бергә 200-гә яҡын өҫтәмә эш урындары булдырыласаҡ.

Бөгөнгө көндә ике этапта дөйөм майҙаны 3 гектар булған теплица комплексы төҙөлгән. Инвестициялар күләме 517 миллион һум тәшкил иткән. Районда 50 яңы эш урыны барлыҡҡа килгән. Хеҙмәт хаҡы айына 15 меңдән дә кәм түгел.

Проект ғәмәлгә ашырыла башлағандан алып 2 590 тонна ҡыяр, 111 мең һабаҡ йәшел тәмләткестәр (петрушка, укроп, базилик), 175 мең һабаҡ салат үҫтерелгән һәм һатылған. Комплекстың продукцияһына «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» билдәһе бирелгән. Быйыл 3 гектарҙан ҡыярҙың тулайым йыйымы 2 900 тонна тәшкил итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть