10 декабрь, Шәмбе

25 май 2015 йыл, 12:03

Рөстәм Хәмитов Бүздәк районының социаль объекттарында булды

фото: Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте

ӨФӨ, 2015 йыл, 25 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Рөстәм Хәмитов Бүздәк районына эш сәфәре барышында социаль объекттарҙы ҡарап сыҡты.

Сергеевка ауылында республика Башлығы 118 койкалыҡ Бүздәк психоневрология интернатының эше менән танышты. 1995 йылдан алып эшләгән медик-социаль учреждениела өлөшләтә йәки тулыһынса үҙ-үҙен хеҙмәтләндереү һәләтен юғалтҡан һәм даими тәрбиәгә мохтаж кешеләр йәшәй.

Интернат директоры Флүз Яппаров һөйләүенсә, бөгөнгө көндә бында 122 кеше. Бер кешене ҡарау көнөнә 682,38 һумға төшә. Ошо сумманың 70 проценты – республика бюджеты, 30 проценты граждандарҙың пенсияһы иҫәбенә тәьмин ителә.

Интернатта 70-тән ашыу кеше эшләй. Уртаса хеҙмәт хаҡы – 16 343 һум, шул иҫәптән табиптарҙыҡы 31 464 һум тәшкил итә.

Интернатта елләтеү ҡоролмаһы эшләмәй, мунса-кер йыйыу комплексының ҡеүәте етмәй, яҡында эсәр һыу юҡ. Рөстәм Хәмитов һыу үткәреү системаһын һәм вентиляцияны, шулай уҡ мунса-кер йыйыу комплексына бер ҡатлы төкәтмәне проектларға ҡушты. Бынан тыш, учреждение шәхси ярҙамсы хужалығын булдырырға ниәтләй. Бүздәк районы хакимиәте ошо йәһәттән ярҙам күрһәтәсәк.

Бүздәк ауылында Рөстәм Хәмитов «Башҡортостан ит компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте белгестәренә ҡуртымға биреү өсөн тәғәйенләнгән 21 фатирлы торлаҡ йорт төҙөлөшө барышын тикшерҙе. Бүздәк районы хакимиәте менән берлектә «2014-2017 йылдарҙа ауыл хужалығы биләмәләрен тотороҡло үҫтереү» субсидиялау программаһында ҡатнашыу варианты әҙерләнгән. Ошо программаға ярашлы, компания, үҙ иҫәбенә йорт төҙөп, льготалы шарттарҙа фатирҙарҙы хеҙмәткәрҙәргә ҡуртымға бирә. Параллель рәүештә улар субсидиялау программаһында ҡатнашыуға сиратҡа баҫа ала һәм өс йыл үткәс, республика бюджетынан фатир һатып алыуға субсидия алыу хоҡуғына эйә була.

Төҙөүсе ойошма вәкиле, Башҡортостан Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фондының генераль директоры Дамир Миңлебаев һүҙҙәренсә, йорт сафҡа индерелгән, әлеге ваҡытта унда күсенә башлағандар.

Ҡуртымға биреү өсөн торлаҡ төҙөү «Башҡортостан ит компанияһы» өсөн пилот проекты булып тора. Ул уңышлы тормошҡа ашырылған осраҡта, компанияның малсылыҡ комплекстары урынлашҡан райондарҙа шундай объекттар төҙөү ҡарала.