8 декабрь, Кесе йома

22 май 2015 йыл, 17:41

Республикаға тәжрибә алмашыу өсөн Яр Саллы эшҡыуарҙары килде

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Башҡортостанға машиналар эшләү кластерын проектлауҙа һәм үҫтереүҙә тәжрибә алмашыу өсөн Татарстандан һигеҙ предприятие вәкилдәре килде.

Сәфәрҙе Яр Саллы ҡалаһының Инвестициялар йәлеп итеү буйынса агентлығы ойошторған. Башҡортостандың Инвестициялар йәлеп итеү буйынса агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, делегацияның төп маҡсаты — консультациялар һәм машиналар эшләү кластерын проектлауҙа һәм артабан  үҫтереүҙә тәжрибә алмашыу, ошо йүнәлештәге эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә дәүләт ярҙамы хаҡында фекер алышыу. Бынан тыш, делегация төбәктәрҙең машиналар эшләү һәм техник предприятиеларының тәьмин ителеше менән ҡыҙыҡһына. Сәфәрҙә Кама ҡалаһынан Кластер үҫеше үҙәге, Иҡтисади үҫеш министрлығы вәкилдәре, урындағы машина эшләү ассоциацияһы ағзалары, ошо тармаҡ буйынса махсуслашҡан компания хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡатнаша. Программала делегацияның Нефтекама автомобилдәр заводына, «Авиатех» инжиниринг үҙәгенә һәм нефть эшкәртеү, нефть химияһы буйынса инжиниринг кластерына барыуы ҡаралған.