3 декабрь, Шәмбе

22 май 2015 йыл, 17:02

Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы менән «Башнефть» хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө

фото: Андрей Старостин, Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/. Бөгөн, 22 майҙа, Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы менән «Башнефть» араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.

«Башинформ» агентлығы хәбәрсеһе менән әңгәмә барышында Корпорация етәксеһе Артем Кирәев, был килешеү — ойошманың «Башнефть» менән хеҙмәттәшлек итеүенә тәүге аҙым, тип билдәләне: «Был яҡынса килешеү, уға ярашлы яҡтар аныҡ йүнәлештәр буйынса бергәләп эшләргә ниәтләнә. Атап әйткәндә, республикаға файҙа килтерәсәк һәм экологик, инновациялы өлкәләрҙе үҫтереүгә йүнәлтелгән проекттар өлкәһендә хеҙмәттәшлек. Башҡа йүнәлештәр буйынса өҫтәмә килешеүҙәр ҡаралған».

«Башҡортостан Республикаһының үҫеш корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте төбәктә эшҡыуарлыҡ алып барырға планлаштырған инвесторҙарға хеҙмәттәр күрһәтә.