6 декабрь, Шишәмбе

22 май 2015 йыл, 16:17

Республика артистары Ҡырымдағы байрамда сығыш яһаясаҡ

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Ижад миҙгеле тамамланғас, Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары өсөн йәйге һабантуйҙар мәле башлана. Яҙғы баҫыу эштәре тамамланғас, республиканың барлыҡ райондарында һәм күрше төбәктәрҙә һабан байрамы ойошторола.

Быйыл филармонияның ижади коллективтары һәм солистары Бөтә Рәсәй һабантуйында ҡатнаша, тип хәбәр итте Башҡорт дәүләт филармонияһының матбуғат секретары Лиана Сөләймәнова. Байрам 7 июндә Ырымбур өлкәһе Һаҡмар районы Татар Ҡарғалыһы ауылында уҙа.

Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов етәкселегендәге «Далан» фольклор-эстрада төркөмө 6 июндә — Ямал-Ненец автономиялы округының Муравленко, 7-дә — Ноябрьск, 13-дә Салехард һәм Яңы Уренгой ҡалаларында сығыш яһай.

12 июндә, Рәсәй көнөндә, Башҡорт дәүләт филармонияһының бер төркөм артистары Ҡырым Республикаһының Белогорск ҡалаһы, 18-дә Мәскәү тамашасылары өсөн музыкаль программа тәҡдим итә.