5 декабрь, Дүшәмбе

22 май 2015 йыл, 15:49

Зөһрә Рәхмәтуллина: «Ауыл китапханаһы закон тарафынан яҡланасаҡ»

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Дәүләт Думаһы ауыл китапханаларын яҡлауға йүнәлтелгән закон проектын ҡабул итте. «Муниципаль китапхананы үҙгәртеп ҡороуҙа йәки ябыуҙа йәмәғәтселектең фекерен иҫәпкә алыу буйынса закон проектын ҡабул итеү — ауылда китапханаларҙы һаҡлап ҡалыуҙа етди аҙым», — тип иҫәпләй Дәүләт Думаһының мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары, «Рәсәй китапханалары» партия проекты етәкселәренең береһе Зөһрә Рәхмәтуллина.

Бөгөнгө көндә ауыл китапханаһының «йөҙө» үҙгәрә, заманса талаптарға яуап биргән моделле китапханалар асыла.

Илдең 31 меңдән ашыу китапханаһы китап уҡыу мәҙәниәтен күтәреү һәм китапҡа ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу өҫтөндә эшләй. Башҡортостанда ғына 1600-ҙән ашыу муниципаль, шул иҫәптән 200 самаһы моделле китапхана халыҡҡа аң-белем таратыу эшенә үҙ өлөшөн индерә.

Депутат фекеренсә, тап ауыл китапханаһы республика халыҡтарының туған телдәрендә китап фондын һаҡлау урыны булып тора. Бөгөн Башҡортостандың китапханалар системаһы күп милләттәрҙең үҙ туған телендә китаптар һаны буйынса илдә икенсе урынды биләй.

«Әҙәбиәт йылында ошо закон проектын ҡабул итеү — ауыл китапханалары эшенең мөһимлеген билдәләүсе законлы күренеш. Закон китапханаларҙы ябыу буйынса ашығыс ҡарарҙар ҡабул итеүҙән яҡларға тейеш һәм яҡлаясаҡ», — тип ышана Зөһрә Рәхмәтуллина.