6 декабрь, Шишәмбе

22 май 2015 йыл, 14:51

Халыҡ контролерҙары төбәктә аҙыҡ-түлеккә хаҡтарҙың артыуын билдәләне

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Благовещенскиҙа «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Халыҡ контроле» проекты ағзалары урындағы магазиндарҙа төп аҙыҡ-түлек хаҡтарын, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре тарифтары, йәмәғәт транспортында йөрөү һәм бензин хаҡтарын тикшерҙе. Мониторинг «Магнит», «Байрам», «Омега», «Ағиҙел» магазиндарының ваҡлап һатыу хаҡтарына үткәрелде, тип аңлатма бирҙеләр партияның төбәк бүлексәһендә.

Бер айҙа туҡланыу продукттары хаҡтары динамикаһы күпселек тауарҙарҙың ҡиммәтләнеүен күрһәтте. Магазиндарҙа халыҡ контролерҙары балыҡ консерваларына хаҡтарҙың артыуын теркәне. Мәҫәлән, «Сайра» 3,5 процентҡа ҡыйбатланған. Һөт — 6,2, «Аҡ болот» кефиры — 7,5, голланд сыры 12,6 процентҡа артҡан. Еләк-емеш, йәшелсә лә ҡиммәтерәк. Мәҫәлән, борос — 19,2, башлы һуған — 13,5, ҡыяр — 12,8, кәбеҫтә — 4,3, алма — 4,5, банан — 12,3 процентҡа ҡыйбатланған. Әфлисунға ла хаҡтар 16,2 процентҡа күтәрелгән.

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәренә тарифтар, ҡала-ара автобустарында, йәмәғәт транспортында хаҡтар артмаған. Апрелдә Благовещенск ҡалаһының «Башнефть» автозаправкалау станцияһында хаҡтар тотороҡло, АИ-92 бензинының бер литры — 31,20 һум, АИ-80 — 34,50, АИ-95 — 34 һум.