11 декабрь, Йәкшәмбе

22 май 2015 йыл, 13:24

Баш ҡалала «Урал батыр» эпосының архив тексының баҫмаһы донъя күрҙе

фото: Андрей Старостин, Олег Яровиков

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Өфөлә «Урал батыр» эпосының архив тексының факсимиль баҫмаһы донъя күрҙе. Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында аңлатыуҙарынса, әлеге көнгә тиклем «Урал батыр» эпосының тәүге тексының тулы версияһы айырым китап булып баҫылып сыҡманы. Баҫманы ғилми хеҙмәткәр Гөлнар Юлдыбаева әҙерләгән.

1910 йылда күренекле сәсән, фольклорсы һәм мәғрифәтсе Мөхәмәтша Буранғолов Баймаҡ районының Иҙрис һәм Икенсе Этҡол ауылдарында сәсәндәр Ғәбит Арғынбаев (1856-1921) менән Хәмит Әлмөхәмәтовтан (1861-1923) «Урал батыр» эпосын яҙып алған. Эпостың машинкала баҫылған башҡортса тексы һаҡланған. 1941 йылда Мөхәмәтша Буранғолов ошо тексты баҫмаға әҙерләй, әммә ул донъя күрмәй.

«Урал батыр» эпосының башҡортса ҡыҫҡартылған варианты тәүге тапҡыр 1968 йылда «Ағиҙел» журналының 5-се һанында баҫыла. Шул ваҡыттан бирле эпостың тексын башҡорт, рус, инглиз, төрөк, немец, француз телдәрендә баҫтырыу буйынса ҙур эш башҡарылған.

Тиҫтәләрсә монографиялар, ошо ҡомартҡыны өйрәнеү проблемаларына арналған бер нисә конференция материалдары донъя күрҙе. «Урал батыр» эпосын өйрәнеү һәм популярлаштырыу әүҙемләште. 1998 йылдан алып — республика йәш сәсәндәр, 2010 йылдан эпосты сит телдәрҙә һөйләүселәр конкурсы дауам итә. «Башҡортостандың алтын ҡулсаһы: «Урал батыр» эпосы юлдары буйлап» туристик проекты әҙерләнгән.

«Урал батыр» эпосы —  «Башҡортостандың ете мөғжизәһе»нең береһе, ул ТӨРКСОЙ-ҙың матди булмаған мәҙәни мираҫ исемлегенә һәм ЮНЕСКО-ның яҡынса «Кешелек донъяһының рухи һәм матди булмаған мираҫтары» исемлегенә индерелгән.