Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө — Рәсәйҙең музыкаль ҡалаларының береһе

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Өфө — Рәсәйҙең музыкаль ҡалаларының береһе. Башҡортостандың баш ҡалаһы 2ГИС мәғлүмәт сервисы төҙөгән 15 миллионлы ҡала рейтингында өсөнсө урынды алды. Үткәрелгән тикшереүҙәргә ярашлы, Өфөлә 100 мең кешегә өс музыкаль учреждение тура килә, ҡалала бөтәһе 32. Күпселекте (47 процент) музыкаль мәктәптәр, 28 процентты — вокал курстары һәм 25 процентты музыкаль курстар тәшкил итә.

Өсөнсө урынды Өфө Һамар менән бүлеште.

Рейтингта тәүге урынды Ҡазан биләй. Татарстандың баш ҡалаһында 66 музыкаль белем биреү учреждениеһы бар. Икенсе урында — Новосибирск, Екатеринбург һәм Красноярск. Был ҡалаларҙа 100 мең кешегә дүрт музыкаль уҡыу йорто тура килә.

Дүртенсе урынды Мәскәү, Санкт-Петербург, Түбәнге Новгород, Омск, Силәбе, Дондағы Ростов һәм Пермь ҡалалары алды. Волгоград һәм Воронеж бишенсе урынды биләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть