11 декабрь, Йәкшәмбе

22 май 2015 йыл, 11:45

Башҡортостан Наньчан ҡалаһының сәнәғәт парктары менән хеҙмәттәшлек итәсәк

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. «Башҡортостан Республикаһының үҫеш корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Наньчан ҡалаһының (Ҡытай Халыҡ Республикаһы) юғары технологиялы үҫеш зонаһы менән идара итеү буйынса комитеты менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Килешеүгә корпорацияның генераль директоры Артем Кирәев һәм комитет рәйесе урынбаҫары У Юйцзян ҡул ҡуйҙы.

2014 йылдың ноябрендә Башҡортостан вәкилдәре Ҡытайға эш сәфәре менән барҙы. Шул ваҡытта ошо документ тураһында һөйләшеп килешелде, тип аңлатма бирә Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы. Унда яҡтарҙың сәнәғәт парктарын үҫтереү һәм ошо өлкәгә инвестициялар йәлеп итеү, сәнәғәт зоналары булдырыу буйынса берлектә эш итеү менән ҡыҙыҡһыныуҙары сағыла. Башҡортостандың сәнәғәт, технопарктары һәм Наньчандың юғары технологиялы үҫеш зонаһы араһында тәжрибә алмашыу һәм кооперация планлаштырыла.

Наньчан ҡалаһының юғары технологиялы зонаһы — Цзянси провинцияһында беренсе милли юғары технологиялы район. 1991 йылда булдырылған. 231 квадрат километрлы майҙанлы зонала 2,6 меңдән ашыу предприятие, шул иҫәптән донъялағы 500 ҙур предприятиеның 21 корпорацияһы һәм 15 филиалы урынлашҡан. Һәр унынсыһы сит илдәр капиталы ҡатнашлығында төҙөлгән.

«Башҡортостан Республикаһының үҫеш корпорацияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте төбәктә эшҡыуарлыҡ алып барырға планлаштырған инвесторҙарға хеҙмәттәр күрһәтә. Республика Президентының 2010 йылдың 20 декабрендәге Указына ярашлы булдырылған. «ХимТерра» һәм «Өфө» индустриаль парктары менән идара итә, бөтә Рәсәй Индустриаль парктар ассоциацияһына инә.