5 декабрь, Дүшәмбе

22 май 2015 йыл, 10:48

Республикала «Боронғо урындар: археология, ритуал, мифология» халыҡ-ара симпозиумы уҙғарыла

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 22 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 17-20 июндә «Шүлгәнташ» музей-ҡурсаулығы биләмәһендә «Боронғо урындар: археология, ритуал, мифология» халыҡ-ара симпозиумын уҙғарыу планлаштырыла. Унда Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм ҡалаларынан (Мәскәү, Санкт-Петербург, Түбәнге Тагил, Екатеринбург, Хакасия, Саха, Карелия республикаларынан) белгестәр, шулай уҡ Франциянан, Испаниянан һәм Австриянан ҡунаҡтар ҡатнаша.

Форумда ҡатнашыусылар ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙе һаҡлау, Урал һәм Алтай халыҡтары мифологияһы, эпосы һәм әкиәт фольклорының үҙ-ара бәйләнеше мәсьәләләрен тикшерәсәк. Йомғаҡтар буйынса Шүлгәнташ мәмерйәһе эсендәге ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәрҙе реставрациялау һәм һаҡлауға йүнәлтелгән дөйөм методика төҙөләсәк.

Ҡатнашыусыларҙы башҡорттарҙың солоҡ умартасылығы кәсебе, матди мәҙәниәте һәм көнкүреше менән таныштырыу ҡаралған.

Симпозиумды ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Башҡортостан Республикаһының ЮНЕСКО эштәре буйынса комитеты, «Шүлгәнташ» республика тарих-археология һәм ландшафт музей-ҡурсаулығы.

темалар: археология