9 декабрь, Йома

21 май 2015 йыл, 18:27

Баш ҡалала Советтар Союзы Геройы Георгий Мушниковҡа мемориаль таҡтаташ асылды

фото: Олег Яровиков | видео: Ринат Исҡужин, Мирон Доровских

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Өфөлә Советтар Союзы Геройы, билдәле летчик Георгий Мушников иҫтәлегенә таҡтаташ һәм бронза барельеф асылды. Мемориал баш ҡаланың Мушников урамындағы йортҡа ҡуйылған.

Тантананы Өфө ҡала советы рәйесе Евгений Семивеличенко асты. Бөгөнгө ваҡиға — ата-бабаларыбыҙ кисергән ҡот осҡос һуғыш тураһында иҫтәлекте һаҡлауға индергән өлөш, тип билдәләне ул.

Сарала Өфөнөң Калинин районы башлығы Григорий Букреев, легендар летчиктың ҡыҙҙары Ольга Эйдинова менән Татьяна Столбова, шулай уҡ барельефтың авторы — Өфө сәнғәт академияһы доценты Владимир Лобанов ҡатнашты.

Сығыш яһаусылар, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Георгий Иустинович Мушников 185 хәрби осош яһаны, дошмандың бихисап хәрби техникаһын юҡ итте, тип билдәләне. Ул Белгородты, Курскиҙы, Харьковты, Кировоградты, Львовты, Краковты, Праганы һәм башҡа ҡалаларҙы азат итеүҙә ҡатнаша. Һуғыштан һуңғы йылдарҙа 20 йылдан ашыу Өфө моторҙар заводында эшләй.

Иҫтәлекле ваҡиға айҡанлы Иван Сотниковтың «Һауа баһадирҙары» китабы яңынан баҫылып сыҡты. Унда Георгий Мушниковтың ҡаһарманлыҡтары һүрәтләнә. Баҫма мемориалды асыу тантанаһында таратылды. Тираждың бер өлөшөн легендар летчиктың исемен йөрөткән 74-се мәктәпкә тапшырасаҡтар. Ҡалған китаптар ҡала китапханалары фондын тулыландырасаҡ.

Китапты сығарыу һәм һәйкәл ҡуйыу Евгений Семивеличенко һәм Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы депутаты Александр Артюхов булышлығында тормошҡа ашырылды. «Өфө моторҙар эшләү берекмәһе» асыҡ акционерҙар йәмғиәте бағыусылыҡ  ярҙамын күрһәтте.  

темалар: хәтер