Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Республикала талпан ҡаҙалыуҙың 2220 осрағы теркәлгән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Башҡортостанда әүәлгесә талпан ҡаҙалыу осраҡтары теркәлә. Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, миҙгел башланғандан бирле республиканың медицина ойошмаларына талпандан тешләнгән 2220 кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 793-ө — балалар.

Дауаханаға килгәндәрҙең 39,2 процентына, шул иҫәптән балаларҙың 73,6 процентына иммуноглобулин профилактикаһы үткәрелгән. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһында 1 апрелдән алып 2189 талпан тикшерелгән, уларҙың 151-ендә энцефалит вирусы асыҡланған.

Әлеге көндә талпан энцефалиты һәм боррелиоз менән ауырыусылар теркәлмәгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть