10 декабрь, Шәмбе

21 май 2015 йыл, 17:20

Өфөгә Көнсығыштың һәм Көнбайыштың билдәле офтальмологтары йыйылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә Көнсығыштың һәм Көнбайыштың билдәле офтальмологтары йыйылды. Баш ҡалала офтальмохирургия буйынса халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция асылды. Быйыл ҡунаҡтарҙы Милли йәштәр театры ҡабул итә. Был бинала ике көн буйына офтальмология буйынса мөһим мәсьәләләрҙе тикшерәсәктәр. Сарала Рәсәйҙән, Европанан һәм Азиянан 700-ҙән ашыу белгес ҡатнаша.

Рәсәйҙең һәм Германияның билдәле хирургтары Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтында операция яһаны һәм уның барышы трансляцияланды. Залда ултырыусы белгестәр аудитория менән эшләү формаһының мөһимлеген билдәләне.

Конференциянан һуң бөтә операцияларҙы ла ғилми-тикшеренеү институтының сайтында ҡарарға мөмкин буласаҡ.

Офтальмология йәмәғәтселегенең ҡыҙыҡһыныуҙары күп яҡлы, әммә яңы фәнни һәм технологик ҡарарҙар эҙләү уның айырылғыһыҙ өлөшө булып тора. Шуға күрә сараны хаҡлы рәүештә квалификация күтәреү мәктәбе тип атарға мөмкин, тип билдәләне форумда ҡатнашыусылар.

Мөхәррәм Бикбов «Көнсығыш — Көнбайыш 2015» конференцияһының ШОС һәм БРИКС саммиттары алдынан уҙғарылыуына иғтибар йүнәлтте. Шуға бәйле махсус сессия үткәрелә, унда Һиндостан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстан һәм Ҡырғыҙстан офтальмологтары тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәһе менән таныштырасаҡ.

Конференцияла тәүге тапҡыр интерактив плакат сессияһы һәм видеосессия ойошторола, тәҡдим ителгән плакаттарҙы һәм фильмдарҙы тикшереү була. Видеосессияла Рәсәй һәм Украина офтальмологтары ҡатнаша. Иң яҡшы докладтар һәм видеояҙма дипломдар һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнә.

Икенсе йыл рәттән конференция эшен тура трансляция аша ҡарарға мөмкин булды. Донъяның төрлө мөйөштәрендә йәшәгәндәр ҙә ситтән тороп фекер алышыуҙарҙа ҡатнаша ала.

Фойела медицина ҡорамалдары һәм препараттар, фәнни әҙәбиәт күргәҙмәһе ойошторолдо.