5 декабрь, Дүшәмбе

21 май 2015 йыл, 16:23

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры сираттағы ижад миҙгелен яба

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Кесаҙна, 21 майҙа, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры 95-се ижад миҙгелен яба. Көндөҙ артистар Мәжит Ғафури, Мостай Кәрим һәм Арыҫлан Мөбәрәковтың һәйкәлдәренә сәскәләр һаласаҡ. Кисен коллектив «Хуш, юбилей миҙгеле!» тип аталған тамаша тәҡдим итә. Ул театр алдындағы майҙанда башлана.

Кисәне республиканың халыҡ артистары Сара Буранбаева менән Азамат Ғафаров алып бара. Бай йөкмәткеле программаға спектаклдәрҙән өҙөктәр, сәхнә йондоҙҙары Гөлли Мөбәрәкова менән Нурия Ирсаева уҡыуында шиғырҙар, йырсы актерҙар Фидан Ғафаров, Светлана Хәкимова, Сәғиҙулла Байегет башҡарыуында йырҙар ингән. Театрҙың директоры Олег Ханов иң яҡшы актерҙарҙы һәм хеҙмәткәрҙәрҙе бүләкләйәсәк.

Тәнҡитселәр ҙә, ябай тамашасылар ҙа бер быуатҡа яҡын юбилейын билдәләгән Башҡорт академия театры күтәрелеш осоро кисерә тип билдәләй. 95-се театр миҙгеле Мәжит Ғафуриҙың «Ҡара йөҙҙәр» спектакле менән асылды. Уны Айрат Абушахманов ҡуйған.

Бер-бер артлы Рәлиф Кинйәбаевтың «Әбейүшкә@тущка.ру» комедияһы, Шарль Перроның «Итекле бесәй» спектакле, Баязит Бикбайҙың «Ҡаһым түрә» драмаһы, Мольерҙың «Һаран», Э.Йәһүҙиндың «Йүгер, Харис, йүгер» комедиялары, М.Бағаевтың Еңеүҙең 70 йыллығына арналған «Ике төш» спектакленең премьералары булды.

Театрҙың әҙәби бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, июндә республика буйынса гастролдәр ҡаралған. Июль башында театр ШОС һәм БРИКС саммиттарында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итәсәк.