8 декабрь, Кесе йома

21 май 2015 йыл, 14:55

Башҡортостан Хөкүмәте Санкт-Петербург халыҡ-ара тауар-сеймал биржаһы менән килешеү төҙөнө

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Өфөләге «Ҙур химия» форумында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте менән «Санкт-Петербург халыҡ-ара тауар-сеймал биржаһы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа вице-премьер Дмитрий Шаронов һәм биржаның президенты Алексей Рыбников ҡул ҡуйҙы.

Килешеү бер йылға иҫәпләнгән, әммә уны артабан да оҙайтыу мөмкинлеге бар.

«Башинформ» агентлығына республика Хөкүмәтенән аңлатыуҙарынса, килешеүҙең маҡсаты — биржа сауҙаһын үҫтереү һәм төбәк биләмәһендә биржаның алдынғы технологияларын индереү. Килешеү республикала урман сәнәғәте кластерын булдырыу буйынса эш барышында әҙерләнде. Алдан көтөлгәнсә, биржа инструменттары урман сәнәғәте, яғыулыҡ-энергетика, агросәнәғәт комплекстары, машиналар эшләү һәм республика иҡтисадындағы башҡа тармаҡ продукцияларына баҙар хаҡтарын билдәләү өсөн шарттар булдырырға мөмкинлек бирәсәк.

«Санкт-Петербург халыҡ-ара тауар-сеймал биржаһы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте — Рәсәйҙәге ҙур тауар биржаһы. Ҡатнашыусылар араһында — 1667 компания. Нефть продукттары, нефть, газ, урман һәм төҙөлөш материалдары, ауыл хужалығы продукцияһы баҙарында биржа сауҙаһын ойоштора. «Урман һәм төҙөлөш материалдары» секцияһында сауҙа 2014 йылдың июленән алып барыла, уның 2014 йыл аҙағына тиклем әйләнеше 66,5 миллион һум тәшкил иткән. Биржаның устав капиталы — 435 миллион һум.