4 декабрь, Йәкшәмбе

21 май 2015 йыл, 14:00

Дмитрий Медведевтың төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе граждандар менән осрашты

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесенең йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе Рәил Әсәҙуллин Өфөлә граждандар менән осрашты. Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе мәғариф, мәҙәниәт, рухи ҡиммәттәргә ҡағылышлы ине.

Һайлаусыларҙың ауыл ерендә инфраструктураны үҫтереүгә, халыҡты социаль тәьмин итеүгә бәйле проблемалары ла иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Атап әйткәндә, бер нисә ғариза биреүсе халыҡ һайланыусыһы менән осрашыуға Шишмә районынан килгән. Уларҙың береһе нисә йылдар буйына хәл ителмәгән Иҫке Муса һәм Яңы Киевка ауылдары араһындағы юлдың сифаты мәсьәләһен күтәрҙе.

«Шишмә районында юлдарҙың насар булыуы хаҡында күптән билдәле. Финанслау кәмеүе арҡаһында ул беҙ теләгән тепмтарҙа бармай. Әлеге мәсьәлә тиҙерәк хәл ителһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкмен», — тип ышандырҙы Рәил Әсәҙуллин.

Дәүләт Йыйылышы депутаты менән осрашыуға хеҙмәт бурысын үтәгәндә һәләк булған полиция хеҙмәткәренең апаһы килгәйне. Уның ғаиләһе торлаҡ сертификатын юлларға теләй. Республиканың Эске эштәр министрлығына һәм урындағы муниципалитетҡа мөрәжәғәт итеүҙәр һөҙөмтә бирмәй. Йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе ярҙамсыларына мәсьәләне юридик яҡтан өйрәнергә һәм кәрәк булған осраҡта йәнә тейешле инстанцияларға мөрәжәғәт итергә ҡушты.