6 декабрь, Шишәмбе

21 май 2015 йыл, 12:39

Баш ҡалала «Ҙур химия» халыҡ-ара форумы асылды

 

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 21 майҙа Өфөлә «Ҙур химия» V халыҡ-ара форумы асылды.

Форум Башҡортостандағы Нефть химияһы аҙналығы сараларының береһе булып тора. Ике көнлөк форум һәм «Газ. Нефть. Технологиялар» күргәҙмәһе республиканың баш ҡалаһында Рәсәйҙең 2014-2015 йылдарҙа Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында һәм 2015 йылда БРИКС берекмәһендә рәйеслеге сиктәрендә уҙа.

Форум эшендә 600-ҙән ашыу делегат: Рәсәйҙең нефть, газ, химия комплексының билдәле компаниялары етәкселәре, бизнес-берләшмә һәм власть органдары вәкилдәре, эксперттар һәм ғалимдар, Иран, Афғанстан, Ҡытай, Һиндостан, Германия, Бөйөк Британия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Белоруссия һәм Венесуэла вәкилдәре ҡатнаша.

Форумдың программаһында секциялар, фекер алышыуҙар, түңәрәк өҫтәлдәр ҡаралған. Ҡатнашыусылар яңы иҡтисади һәм сәйәси шарттарҙа химия тармағында үҫеш стратегияһын, стратегик инвестиция проекттарын, киләсәктә ШОС һәм БРИКС илдәренең хеҙмәттәшлеге һәм башҡа мәсьәләләрҙе тикшерергә ниәтләй. Форумды ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, импортты алмаштырыу буйынса мөмкинлектәрҙе киңәйтеү көндөң төп темаһы буласаҡ. Бынан тыш, форумда Башҡортостан Хөкүмәте менән «Санкт-Петербург халыҡ-ара тауар-сеймал биржаһы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте, Башҡортостан Республикаһының Үҫеш корпорацияһы менән Наньчан ҡалаһының юғары технологиялы үҫеш зонаһы менән идара итеү буйынса комитеты һәм «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәте араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйыу планлаштырыла.

«Ҙур химия»ның пленар ултырышы тура эфирҙа күрһәтелә.