Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 69.99 ↑

17 август, Кесе йома

Уфа   °

Өфөнөң «Родина» кинотеатрында Башҡорт киноһы аҙналығы үткәрелә

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

25 майҙа «Родина» кинотеатрында «Башҡортостан» киностудияһының ойошторолоуына 25 йыл тулыуға арналған Кино аҙналығы башлана. Биш көн дауамында күрһәтеләсәк бөтә фильмдар ҙа халыҡ-ара кинофестивалдәрҙә ҡатнашҡан һәм призлы урындар алған.

25 майҙа Айнур Асҡаровтың «Еңмеш» лирик комедияһы, Роман Пожидаевтың «Карусель» һәм «Япраҡ», Таңсулпан Бураҡаеваның «Өйләнәм» һәм Булат Йосоповтың «Визит» фильмдары күрһәтелә.

26 майҙа программаны документаль фильмдар дауам итә. Режиссер Вилүрә Иҫәндәүләтованың «Мөрйәләрҙән төтөн сыға әле...» фильмы тыуған ауылын ташлап китергә теләмәгән һәм ярты быуаттан ашыу яңғыҙы йәшәгән олатай хаҡында бәйән итә. Шул уҡ режиссерҙың «Ике килгән ғүмер» исемле фильмы тамашасыларҙы паралимпиясы Ирек Зариповтың яҙмышы менән таныштыра. Тамашасыларға Айнур Асҡаровтың «Әсе бал» фильмы һәм Радик Килмәмәтовтың оҙон көйҙәрҙе үҙенсәлекле башҡарыусы Абдулла Солтанов тураһында «Күңелдән сыҡҡан йыр» таҫмаһы ла тәҡдим ителә.

27 майҙа Кино аҙналығын Тулы метражлы нәфис фильм көндәре дауам итә. Тамашасылар Айсыуаҡ Йомағоловтың «Ел ҡыуыусы» комедияһын, 28-дә Булат Йосоповтың «13-сө раунд» мелодрамаһын ҡарай ала.  

29 майҙа, Анимациялы кино көнөндә, «Башҡортостан» киностудияһы кескәй тамашасыларҙы саҡыра. Рим Шәрәфетдиновтың «Алдар менән һоро бүре», «Ел һуҡҡан яҡ», Елена Юшкованың «Төлкө менән ҡор», «Бишек йыры» мауыҡтырғыс фильмдары һәм башҡа эштәр бер кемде лә битараф ҡалдырмаясаҡ. Фильм төшөрөүселәрҙең тамашасылар менән осрашыуы ла ҡаралған, тип хәбәр итте «Башҡортостан» киностудияһы мөхәррире Сәлимә Батисова.

Фильмдар көндөҙгө сәғәт 2-лә башлана. Инеү ирекле.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть