Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.36

EUR 69.71

20 август, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың Финанс министрлығы йылдың иң яҡшы инвестиция килешеүен төҙөнө

Иҡтисад

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/.

Былтыр көҙ Башҡортостан Республикаһының һумлыҡ облигациялар займын урынлаштырыу 2014 йылдың иң яҡшы инвестиция килешеүе тип танылды. Килешеү Investor Awards-2015 премияһының «Субфедераль һәм муниципаль облигациялар: 2014 йылдың килешеүе» номинацияһында беренсе урын менән билдәләнде. Уңыштың төп факторы — ауыр баҙар шарттарында облигациялар займы өсөн мәлде дөрөҫ һайлау, тип хәбәр итә республика Финанс министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Эксперттар килешеүҙең күләмен, урынлаштырған саҡта килемлелекте, урынлаштырғандан һуң икенсел баҙарҙағы хаҡтарҙың динамикаһын, кредит рейтингтары кимәлен баһаланы.

Башҡортостан Республикаһының 6 миллиард һумлыҡ облигациялары Мәскәү банк-ара валюта биржаһының фонд биржаһына 2014 йылдың 16 октябрендә урынлаштырылды. Урынлаштырыу буйынса генераль агент булып ВТБ Капитал сығыш яһаны. Асыҡ конкурс йомғаҡтары буйынса облигацияларға һорау 10 миллиард һумдан ашҡан. Инвесторҙарҙың 6 миллиард һум күләмендәге 30 ғаризаһы ҡәнәғәтләндерелгән.

Мәскәүҙә «Рәсәйҙә инвестициялар» форумы сиктәрендә инвестициялар өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн бүләкләү тантанаһы уҙҙы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть