8 декабрь, Кесе йома

21 май 2015 йыл, 9:54

Өфөлә «Рәсәй-Мәҙәниәт» телеканалында төбәк тапшырыуҙары башлана

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 1 июлдән «Рәсәй-Мәҙәниәт» телеканалында төбәк тапшырыуҙары башлана. Урындағы программалар йыл ярым буйына күрһәтелмәне. Көн һайын ярты сәғәтлек «Иртә» тапшырыуында ҡунаҡтар менән әңгәмә, баш ҡалала һәм республикала барған иң сағыу ваҡиғалар хаҡында яңылыҡтар буласаҡ. Шулай уҡ яңы ҡыҙыҡлы рубрикалар асырға ниәтләйҙәр. Команданың слоганы — «Беҙ һәр ваҡыт мәҙәниәт менән бергә».

«Республиканың ижади интеллегенцияһы каналдың эшләй башлауы тураһында яңылыҡты шатланып ҡабул итте, — тип билдәләне дәүләт телерадиокомпанияһы мөхәррире Татьяна Саттарова. — Күргәҙмәләрҙе, спектаклдәрҙе һәм сығыштарҙы яҡтыртыуға саҡырыуҙар килә. Залдарҙа ғына түгел, яңыртылған студияла ла сәнғәт эшмәкәрҙәре менән аралашасаҡбыҙ».

15 майҙан «Рәсәй 24 Башҡортостан» каналында республикалағы ваҡиғалар һәм мәҙәниәт тормошо тураһында яңылыҡтар эфирға сыға. 22 майҙан «Рәсәй» каналында башҡорт йырсыларының «Гәлсәр һандуғас» музыкаль конкурс-фестивале башлана. Уны Земфира Байбулдина алып бара.

темалар: телевидение