10 декабрь, Шәмбе

20 май 2015 йыл, 17:52

Баш ҡалала «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» конкурсы еңеүселәре билдәләнде

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. 2014 йылдағы «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» конкурсы йомғаҡтары буйынса Өфөләге 13 йорт ҡалала иң яҡшылары тип танылды. Был хаҡта Башҡортостан Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.

Конкурс йомғаҡтары буйынса республикала 50 иң яҡшы күп фатирлы йорттар билдәләнде.

Еңеүселәр Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының дипломдары һәм 100 мең һум күләмендә аҡсалата премиялар менән бүләкләнәсәк. Был аҡсаны күп фатирлы йортто һәм йортҡа ҡараған биләмәне төҙөк хәлдә тотоуға йүнәлтергә, премияның 10 процентҡа тиклемге өлөшөн күп фатирлы йорт советы рәйесенә йәки торлаҡ милекселәре ширҡәте рәйесенә премия итеп бирергә мөмкин.

Йыл һайын үткәрелгән «Иң яҡшы күп фатирлы йорт» конкурсы кешеләргә уңайлы йәшәү шарттары булдырыу һәм торлаҡ фондын төҙөкләндереүҙә әүҙем ҡатнашыусыларҙың башланғыстарына ярҙам итеү маҡсатында уҙғарыла.

Еңеүселәрҙең исемлеге Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтында баҫылған.