Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

28 майҙа Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммитында ҡатнашыусылар йәшәйәсәк Hampton by Hilton отеле асыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артур Басиров/.

28 майҙа Өфөлә Hampton by Hilton отеле асыла. Ул Октябрҙең 50 йыллығы урамында урынлашҡан. ШОС һәм БРИКС саммиттары ваҡытында унда форумда ҡатнашыусылар йәшәйәсәк.

Һигеҙ ҡатлы ҡунаҡханала 161 номер бар, икәүһе һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләргә тәғәйенләнгән. Эконом класлы отель «дүрт йондоҙло» ҡунаҡхана талаптарына тап килә. Ҡунаҡтар тәүлек әйләнәһенә эшләгән лобби-бар, фитнес үҙәге, бушлай Wi-Fi, парковка урындары, һөйләшеүҙәр өсөн залдар менән файҙалана ала. Башҡорт биҙәктәре төшөрөлгән быяла витраждан эшләнгән стена Hampton by Hilton отеленең милли үҙенсәлеге булып тора.

Hilton Worldwide — 90 йылдан ашыу донъя ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы лидеры. Компания 1919 йылда булдырылған, 82 илдә 3600 отеле бар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть