5 декабрь, Дүшәмбе

20 май 2015 йыл, 16:37

Ҡаҙағстандың Аҡтау ҡалаһында башҡорт һабантуйы уҙҙы

фото: Андрей Старостин

ӨФӨ, 2015 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Ҡаҙағстандың Аҡтау ҡалаһында башҡорт һабантуйы уҙҙы. Байрамды «Салауат» башҡорт мәҙәни үҙәге ойошторҙо. Был хаҡта үҙәк рәйесе Урал Аҙнабаев хәбәр итте.

Гөрләп торған майҙанда тоҡ менән һуғыш, тоҡ кейеп йүгереү, бағанаға үрмәләү, арҡан тартышыу һәм милли көрәш кеүек традицион ярыштар уҙғарылды.

Байрамды Мангистау өлкәһе хакимиәте, Аҡтау ҡалаһы хакимиәте, «Нур Отан» халыҡ-демократик партияһы, Мангистау өлкәһе Ҡаҙағстан халыҡтары ассамблеяһы һәм «Салауат» башҡорт мәҙәни үҙәге ойошторҙо.

Сарала республика артистары ҡатнашты, улар араһында Хөрмәтулла Үтәшев бар. Башҡорт этномәҙәни берекмәһе ағзалары Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан рәхмәт хаттары алды. Бынан тыш, башҡорт мәҙәни үҙәгенә ике милли кейем һәм сувенир һауыттар бүләк ителде.